Яңылыҡтар

Ошо көндәрҙә Бөрйән районында бығаса булмаған ҙур мәҙәни сара үтеүе, төҙөкләндереүҙән һуң заман талаптарына яуап биргән район мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә “Урал батыр уты” фестиваленең башланғыс алыуы хаҡында матбуғат саралары хәбәр итте.

Билдәле телсе-ғалим, тарих, тел һәм әҙәбиәт Институтының ғилми етәксеһе Фирҙәүес Хисаметдинова эшләгән Башҡорт мифологияһы һүҙлеге Өфөлә донъя күрҙе.

20 ғинуарҙа Хөкүмәт Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты Башҡорт теле йылы концепцияһын әҙерләне.

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында дүрт йылға бер тапҡыр уҙғарылған Бөтә донъя фольклориадаһына материалдар әҙерләү башланды.

20 декабрҙә Нуриман районы Ҡыҙыл Шишмә ауылы урта мәктәбендә Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО Ассоцияцияланған мәктәптәре, Клубтары һәм Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО клубтарының дуҫтары тарафынан БМО-ның «Мәғариф 2030» программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә «Мин доъяны өйрәнәм» Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте.

17 декабрҙә Башҡорт дәүләт университетында аҫаба халыҡтар телдәрен һаҡлауға, Башҡортостан Республикаһының – 100, вуздың 110 йыллығына арналған халыҡ – ара телдәр фестивале үтте.

Ике йыл рәттән Булгаков ауылындағы «Семицветик» балалар баҡсаһында «Дуҫлыҡ сәскәһе» Республика Фестиваль-конкурсы үткәрелә.

13 декабрҙә «Ирәндек» лицейында ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында «Сихри әкиәттәр донъяһы» тип исемләнгән донъя халыҡтары әкиәттәре театрлаштырылған фестивале үтте.

Сара 25-29 ноябрҙә ЮНЕСКО геопарктарын булдырыу һәм үҫтереү буйынса тәжрибә уртаҡлашыу өсөн тәүге геопарк булған «Янғантау» геопаркы базаһында ойошторолдо.

22 ноябрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһының 14-се мәктәбендә «Һүҙ көсө» Республика ораторлыҡ оҫталығы конкурсы үтте.

Париждың ЮНЕСКО Ассоцияцияланған мәктәптәр сертификаттары Башҡортостандың тағы өс мәктәбенә бирелде.

2015 йылдан бирле даими уҙғарылған сара Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы, Башҡортостан хөкүмәте, Республиканың мәғариф һәм мәҙәниәт министрлыҡтары, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты тарафынан ойошторолды.

Башҡортостан өсөн йәнә бер ҡыуаныслы яңылыҡ билдәле булды. Бөгөн Индонезияла ЮНЕСКО-ның Глобаль геопарктар буйынса советы берҙәм тауыш менән “Янғантау” геопаркын Рәсәйҙә беренсе булып ЮНЕСКО-ның Глобаль геопарктары исемлегенә индерҙе.

Быйыл Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто асылыуға 25 йыл тула. Учреждение 50-нән ашыу милли-мәҙәни ойошманы берләштерә һәм 17 тарихи-мәҙәни үҙәкте үҙ эсенә ала.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын 4 декабрҙә Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә билдәләй.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республикалағы туризмды иҡтисадтың мөһим өлкәһе тип атаны һәм ошо өлкә менән даими шөғөлләнәсәген белдерҙе. Республика етәксеһе профилле министрлыҡтар, ведомстволар башлыҡтары һәм туриндустрия вәкилдәре менән кәңәшмәне ошо мәсьәләгә арнаны.

4 августа Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Силәбе өлкәһе губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Алексей Текслер менән осрашты.

3 августа бар республиканың ағинәйҙәре Ғафури районы Имәндәш ауылы эргәһендәге Уҡлы ҡая яланында Башҡортостан Республикаһы автономияһының 100 йыллығына, Бөтә донъя фольклориадаһына арналған сираттағы йыйынын үткәрҙе.

Өфөлә 112-се Башҡорт атлы дивизияһы генерал-майоры, дипломат, разведчик Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленең иң яҡшы проектын булдырыуға конкурс иғлан ителгән.
Новости 21 - 40 из 115
Начало | Пред. | 1 2 3 4 5 | След. | Конец