Новости
Өфөлә «Башҡорт әҙәбиәте тарихы»ның етенсе томы донъя күрҙе
«Башҡорт әҙәбиәте тарихы»ның етенсе томы заманса башҡорт әҙәбиәтен анализлауға арналған. Ул ХХ быуаттың 90-сы йылдарынан бөгөнгә көнгә тиклемге осорҙо үҙ эсенә ала. Китапта шиғриәт, проза, драматургия, балалар әҙәбиәте, әҙәбиәт ғилеме һәм әҙәби тәнҡит тураһында күҙәтеү мәҡәләләре тупланған. Нәжиб Асанбаев, Шакир Янбаев, Талха Ғиниәтуллин, Әнғәм Атнабаев, Рәшит Шәкүр, Ҡәҙим Аралбай, Таңсулпан Ғарипова, Факиһа Туғыҙбаева, Тамара Ғәниева, Әмир Әминев һәм башҡа башҡорт яҙыусыларының тормошо, ижады хаҡында айырым мәҡәләләр индерелгән. Томда 1995-2015 йылдарҙы үҙ эсенә алған әҙәби тормош йылъяҙмаһы ла бар.
Баш мөхәррир һәм инеш һүҙ авторы – филология фәндәре докторы Миңлеғәле Нәҙерғолов. Редколлегияла Рауил Бикбаев, Айбулат Псәнчин, Ғайса Хөсәйенов, Гөлнара Абдрафиҡова бар.
Китап уҡытыусылар, студенттар, шулай уҡ башҡорт әҙәбиәте менән ҡыҙыҡһынған уҡыусылар өсөн тәғәйенләнгән.
Йыйынтыҡты «Китап» нәшриәтенең фирма магазинында һатып алырға мөмкин.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы