Новости
Мәскәүҙә «Башҡортостан» рестораны асылды
Мәскәүҙә «Башҡортостан» рестораны асылды. Ошо уңайҙан ойошторолған тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Ресторан башҡаланың уртаһында, “Ҡыҙыл ҡапҡалар” метро станцияһы эргәһендә урынлашҡан. Уңайлы ресторан 150 урынға иҫәпләнгән төп һәм 60 урынлыҡ караоке-залдан тора. 1 майҙан 1 октябргә тиклем йәйге веранда эшләйәсәк. Менюға башҡорт, Европа һәм көнсығыш аш-һыуҙары индерелгән.
Тантаналы сараға саҡырылған ҡунаҡтар араһында Төркиә, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан илселәре, Дәүләт Думаһы депутаттары, федераль власть органдары вәкилдәре, төбәк етәкселәре, инвестор һәм эшҡыуарҙар, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре бар ине.
– Мәскәүҙә «Башҡортостан» рестораны барлыҡҡа килеүенә бик шатмын. Башҡорттар – Рәсәйҙә һан буйынса дүртенсе милләт. Мәскәүҙә яҡташтарыбыҙ күп йәшәй. Хәҙер уларҙың яратҡан милли аш-һыуҙарҙы ауыҙ итерлек, үҙебеҙҙең музыканы тыңларлыҡ, яҡташтар менән аралашырлыҡ тыуған мөйөшө барлыҡҡа килде, – тине Радий Хәбиров.– Беҙҙең аш-һыуҙарыбыҙ, ҡунаҡсыллығыбыҙ Башҡортостан менән бәйле булмаған ҡунаҡтарға ла оҡшар, тип ышанам. Ошо ресторанды асҡан эшҡыуарҙарға рәхмәтлемен.
Бынан тыш, республика Башлығы билдәләүенсә, Өфөлә милли аш-һыуҙар тәҡдим ителәсәк ике ҙур ресторан асыу буйынса проект әҙерләнә.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайты