Яңылыҡтар

«Башҡортса һөйләшәм, башҡортса яҙам» халыҡ-ара белем биреү акцияһы 24 апрелдә онлайн рәүештә уҙғарыла.

Өфөлә башҡорт телендә «Урал батыр» анимация фильмы күрһәтелә

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә «Туған тел илселәре» республика акцияһын үткәрә.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуына – 25 йыл.

29 майҙа Ҡырмыҫҡалы районы Шайморат ауылынан легендар 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә автоуҙыш башлана.

Еңеү тураһында йыр тәүге тапҡыр башҡорт телендә яңғырай. Бөгөн Башҡортостан Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты ойошторған «Беҙҙең Еңеү көнө» йыр марафонына ҡушыла. Ошо акция өсөн махсус рәүештә легендар йыр башҡортсаға тәржемә ителде. Тәржемә авторы, яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова әйтеүенсә, 45 йыл элек ошо йырҙы беренсе тапҡыр ишеткәс тә ул уның күңеленә ятҡан.

Өфөнөң «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле Халыҡ-ара бейеү көнөнә бағышланған «Карнавал туры» донъяның традицион бейеүҙәре онлайн-фестивалендә ҡатнаша. 29 апрелдән башлап аҙна буйына тамашасыларҙың социаль селтәрҙәр аша төрлө илдәрҙең мәҙәниәттәре менән танышыу мөмкинлеге бар.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 27 апрелдә «Фейсбук»тағы сәхифәһендә быйыл республикала «Үлемһеҙ полк» акцияһының нисек үткәреләсәген хәбәр итте. Формат үҙгәртелә, ләкин асылы шул уҡ ҡала.

25 апрелдә Башҡорт теленән Халыҡ-ара онлайн диктант ойошторолдо. Быйыл акция тәүгә онлайн үткәрелде. Тотош донъяла 305 600 кеше диктант яҙҙы.

Бөгөн ТАСС агентлығында «Коронавирустан һуң донъя: Евразия йөрәгенән ҡараш» беренсе халыҡ-ара онлайн-форумына арналған онлайн-конференция уҙҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, форумды ойоштороусылар – Башҡортостан хөкүмәте, Юғары иҡтисад мәктәбе һәм Стратегик башланғыстар агентлығы. Форум 28 апрелдә була, унда ҡатнашыусылар коронавирустың эҙемтәләре, иҡтисадты тергеҙеү һәм үҫтереү, шулай уҡ уны цифрлаштырыу тураһында фекер алыша.

Бөрйән районында Морат-Туғайҙы үҙгәрештәр көтә. Шүлгәнташ мәмерйәһе янындағы туристик зона нисек үҫешер, ниндәй инфраструктура объекттарын төҙөү күҙаллана – 17 февралдә Бөрйән районы хакимиәтендә уҙған кәңәшмәлә ошо хаҡта һүҙ барҙы.

Мәскәүҙә «Башҡортостан» рестораны асылды. Ошо уңайҙан ойошторолған тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Башҡортостан райондарында һәм башҡорт халҡы күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәрендә «Урал батыр уты» этник башҡорт мәҙәниәте төбәк-ара марафоны башланды.

2020 йылдың 18 июленән 1 авгусына тиклем Башҡортостан Республикаһында VI Бөтә донъя фольклориадаһы уҙғарыла. Ул Башҡортостандың барлыҡ район-ҡалаларын үҙ эсенә ала.

Өфөлә «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең ҙур концерты үтте. Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин «Мираҫ»ты баш ҡаланың визит карточкаһы тип атаны һәм ансамбль Бөтә донъя фольклориадаһында Өфөнө лайыҡлы күрһәтер тигән ышанысын белдерҙе.

Өфөлә унынсы тапҡыр ЮНЕСКО-ның «Донъя халыҡтары эпостары» проекты сиктәрендә башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосын Рәсәй Федерацияһы һәм донъя халыҡтары телдәрендә яттан һөйләүселәр конкурсы уҙҙы.

Башҡортостандың баш ҡалаһына «Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм Даны ҡалаһы» тигән абруйлы халыҡ-ара исем бирелде.

24 ғинуарҙа киске сәғәт 5-тә Нариман Сабитов исемендәге 1-се Балалар музыка мәктәбендә күренекле башҡорт композиторы иҫтәлегенә ғинуар концерты була.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың халыҡ шағиры, сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә башҡорт телендә «Башҡорт әҙәбиәте тарихы»ның етенсе томы донъя күрҙе.
Новости 1 - 20 из 115
Начало | Пред. | 1 2 3 4 5 | След. | Конец